Хәйбулла районында «Ҡышҡы уйындар» фестивале үтте

Күтәренке кәйеф, спорт һәм халыҡ йолалары. Хәйбулла районында «Ҡышҡы уйындар» фестивале үтте. Сараға килгән һәр кем-олоһо ла, кесеһе лә күңеленә яҡын шөғөл тапты. Көндөң йылы һәм ҡояшлы тороуы байрам кәйефен тағы ла күтәрҙе. Барыһы ла уйындарҙа ҡатнашты, мауыҡтырғыс ат сабышы, уҡтан атыу, «машинаны фигуралы йөрөтөү» тамашаһын ҡарап, тәмле ҡоймаҡ менән һыйланды. Миҙгел уйындары махсус хәрби операцияла Ватаныбыҙҙы һаҡлаусы ир-егеттәргә арналды.

Был көндө тимер аттарҙы яратыусылар юғары пилотаж күрһәтте. 15 водитель «Фигуралы йөрөтөү» автошоуында ҡатнашты. Улар алдында ҡаршылыҡтарҙы тиҙерәк йырып сығыу, шул уҡ ваҡытта бер конусты ла бәреп төшөрмәү бурысы торҙо.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ