«Салют» үҙәгендә меңәрләгән бала комплекслы реабилитация үткән

«Салют» реабилитация-белем биреү үҙәгендә йыл ярым самаһы эсендә меңәрләгән бала махсус ярҙам алған. Комплекслы реабилитацияға эләгеү еңелерәк булһын өсөн, процедура ата-әсәләр өсөн мөмкин тиклем ябайлаштырылған. Был эш «Мәғлүмәттәр иҡтисады» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров.

Төбәк дәүләт хеҙмәттәре порталында шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындарына ҡаралған ярҙам саралары тураһында бөтә мәғлүмәт бирелгән. Балалы ғаиләләргә, һаулыҡ һаҡлауға ҡағылышлы башҡа бүлектәр ҙә бар. Яҡын киләсәктә социаль яҡлау, ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре һәм башҡа өлкәләрҙәге хеҙмәттәрҙе электрон төргә күсереү планлаштырыла. Төбәк халҡы, айырыуса иғтибарға мохтаждар, власть органдары менән үҙ-ара эш итеүҙә уңайһыҙлыҡтар кисермәҫкә тейеш, тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ