Кушнаренко районында теркәлгән аварияла ике кеше һәләк булған

Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, төнгө сәғәт берҙәр тирәһендә «Форд Фокус» тың 54 йәшлек водителе ҡаршы һыҙатҡа сығып, «Ман» йөк машинаһы менән бәрелешә. Артабан еңел автомобиль икенсе йөк траспортына барып бәрелә. Авария һөҙөмтәһендә «Форд Фокус» водителе һәм уның 52 йәшлек пассажиры һәләк була. Тағы ла бер пассажар төрлө йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла.

Бөгөн көндөҙ Мәләүез районында тағы ла бер үлемесле авария теркәлә. 38 йәшлек «Хендай Солярис» водителе ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм «Джип Гранд Чероки» менән бәрелешә. «Хендай» водителенең ваҡиға урынында ғүмере өҙөлә. Ике автомобиль пассажирҙары ла төрлө ауырлыҡтағы йәрәхәттәр менән дауаханаға һалынған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ