Римма Үтәшева: “Төп эш – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам”

Өфөлә Республика татарҙары милли-мәҙәни автономияһы конференцияһы үтте. Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына бағышланған сарала төрлө райондарҙан 500-гә яҡын кеше ҡатнашты. Ойошма етәксеһе Римма Үтәшева белдереүенсә, бөгөн һәр районда йәшәүселәр – башҡорт,татар, рус, сыуаш, мари, мордва, удмурттар -барыһы ла гуманитар ярҙам әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша. “Барыһы ла Еңеү өсөн” тигән   лозунг менән йәшәйбеҙ, бөгөн беҙҙең геройҙар  - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, - тине ул.

Форумда татар мәҙәниәтен үҫтереү, милләт-ара татыулыҡты нығытыу мәсьәләләре ҡаралды. Римма Үтәшева билдәләүенсә, беҙ туған телдәребеҙҙе һаҡларға тейеш. Беҙҙең күп милләтле Башҡортостанда һәм  Рәсәйҙә  бының өсөн барлыҡ  шарттар тыуҙырылған.

Республика татарҙары  милли-мәҙәни автономияһы конференцияһы алтынсы тапҡыр ойошторолдо.

Фото №1 - Римма Үтәшева: “Төп эш – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам”
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ