Берҙәм көс менән. Өфө районының Михайловка ауылы халҡы махсус хәрби операция яугирҙарына гуманитар ылау туплауҙа ярҙамлаша. Теүәл өс йыл элек булдырылған ирекмәндәр үҙәге 1 мең 600-ҙән ашыу маскировка селтәре үреп, алғы һыҙыҡҡа оҙатҡан. Бынан тыш, ирекмәндәр был эшкә ярҙам итергә теләүселәрҙе лә өйрәтә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Риф Ҡаһиров һуғыш балаһы. 5 айлыҡ сағында атаһы Ҡыҙыл Армия составында фронтҡа юллана, ҡыҙғанысҡа, ҡыҙыу алыштарҙың береһендә һәләк була. Һуғыштан һуңғы йылдарҙы, һалдаттарҙың Еңеү менән ҡайтҡанын ул яҡшы хәтерләй. Күптән инде хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, көн дә Затон биҫтәһенән Михайловка ауылындағы ирекмәндәр төркөмөнә йөрөй. Бында Риф Сәғит улы яуаплы һәм мөһим эш башҡара.
Михайловка ауылындағы ирекмәндәр үҙәге теүәл 3 йыл элек Өфөлә эшләп килгән «Масксети» штабы филиалы булараҡ асыла. Ошо маҡсатта урындағы ауыл советы айырым кабинет бүлә. Ирекмәндәр үҙәгенән кеше өҙөлмәй. Маскировка селтәрҙәре үреүҙән тыш, бында «Леший» костюмдары, окоп шәмдәре эшләйҙәр
1645-се маскировка селтәрен үрергә Анатолий Хомячуктың нотариаль контораһы хеҙмәткәрҙәре ярҙам итте. Күмәкләгән-яу ҡайтарған, тигәндәй бергә эшләү күңелле лә, тиҙ ҙә. Берәүҙәр маскировка селтәре үрергә өйрәнгән арала, икенселәр «Леший» костюмын эшләү оҫталығын үҙләштерә. Әйткәндәй, бындай костюмдарҙы ирекмәндәр ике төрҙә әҙерләй.
Нотариаль контора хеҙмәткәрҙәре даими рәүештә гуманитар ылау туплап, алғы һыҙыҡҡа ташый. Хәҙер иһә ирекмәндәргә ярҙамлашыуҙы йолаға әйләндерергә уйлай.
Ирекмәндәр үҙәгенә ярҙам төрлө яҡтан килә. Айырыуса, урындағы ҡатын-ҡыҙҙар әүҙемлек күрһәтә. Улар ойоҡбаштар ҙа бәйләй, сәксәк тә бешерә, төрлө шифалы үләндәр, киптерелгән емеш-еләк тә алып килә. Нотариаль контора хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ойошторолған өмә яугирҙарға изге теләктәр яҙыу менән тамамланды. Яҡын арала улар әҙерләгән гуманитар ылау алғы һыҙыҡҡа оҙатыла.
Әлфинә Килдейәрова



