Ул социаль контракт буйынса алынған аҡсаны ҡорамалдар һатып алыу өсөн файҙаланырға ниәтләй. Бизнес асыу өсөн кире ҡайтарылмай торған дәүләт ярҙамы 350 мең һум тәшкил итә. Теманының дауамы БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Рәзиф Бикәйев 2023 йылдың ноябрендә махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Башта өлкән уҡсы, һуңынан штурмлау гранатометсыһы булып хеҙмәт итә. Алыштарҙың береһендә ҡаты яралана, дауаланғандан һуң фронтҡа ҡайта. 2025 йылдың ғинуарында һаулыҡ торошо буйынса демобилизациялана.Тыныс тормошҡа ҡайтыу менән уның алдында ниндәй эшкә тотонорға тигән һорау тыумай. Рәсәй оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйылғанға тиклем үк Рәзиф Бикәйев үҙ эшен асыуға ҡорамалдар һатып алған була.
Юлиә Венер ҡыҙының бала саҡтан әсәһенән өйрәнгән шөғөлө тормош иптәше менән берлектә алып барған яратҡан һөнәргә әүерелә. Улар икмәк бешереү цехында Өфөлә таныша. Ә үҙ эштәрен былтыр 22 мартта Үрге Сереккүл ауылында асалар.
Бикәйевтар ҡамыр аштарын бергәләп бешерә. Рәзиф йыш ҡына балан бәлешен ҡамырға төрөргә ярҙамлаща. Уның ҡулдарында ҡамыр айырыуса тыңлаулы.Венера эш асҡанда тормош иптәше үтенесе менән өләсәһе тапшырған боронғо рецепт буйынса икмәк бешерә.Икмәк ҡабарып бешә һәм уңа. Шунан бирле уларҙың һәр тотонған эше уңышлы килеп сыға. Һатып алыусыларҙа улар бешергән ризыҡтар ҙур ихтыяж менән файҙалана.
Икмәк-булка изделиелары, пирогтар һәм ҡамыр ризыҡтары. Ассортимент күп төрлө. Тик күләм генә етмәй, тиҙәр ир менән ҡатын. Һорау арта, шуға күрә киңәйтергә ҡарар итәләр. Рәзиф махсус хәрби операция ветераны булараҡ дәүләт ярҙамы алыу өсөн ғариза бирә.
Махсус хәрби операция ветерандарына үҙ эшен асыу өсөн дәүләт тарафынан бүленгән социаль контракт күләме 350 мең һум тәшкил итә. Аҡсаны ҡорамалдар һатып алыуға, ҡуртымға түләүгә, белемде камиллаштырыуға тотонорға мөмкин. Дәүләттән бындай ярҙам алыу өсөн бизнес-план төҙөп тапшырырға кәрәк. Уны төҙөүҙә Ватанды Һаҡлаусылар Фонды һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре ярҙам итә.
Был цехта заманса мейестәрҙә 35 төрлө икмәк һәм ҡамыр ризыҡтары бешерелә. Айырыусы ҙур бәлеш, балан пирогтары уңа. Бикәйевтар киләсәктә эш майҙанын киңәйтергә ниәтләй.
Гүзәл Борханова



