Өфөлә Башҡортостан татарҙары милли-мәҙәни автомияһының йыл йомғаҡтарына арналған конференцияһы үтте. Сарала республика райондарынан йыйылған 500-ләп делегат ҡатнашты. Форумда татар телен һаҡлау, тарихи -мәҙәни саралар ойоштороу, уртаҡ көс менән махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам итеү һорауҙары ҡаралды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.
Башҡортостанда йөҙҙән ашыу милләт вәкиле берҙәм һәм татыу йәшәй. Төбәк татарҙар милли-мәҙәни автономияһының 6-сы отчет конференцияһында ҡатнашыусылар ойошманың йыллыҡ эшмәкәрлеген байҡау яһап, яңы бурыстар билдәләне.
«Туҡай моңдары», «Ике аҡҡош», «Татар ғаиләһе»,«Бәлешфест» проекттары ике республика араһында дуҫлыҡ ептәрен нығытырға булышлыҡ иткән күләмле саралар. Конференцияла татар телен үҫтереүгә тос өлөш индереүселәр бүләкләнде. Улар араһында фән, мәғариф эшмәкәрҙәре, артистар, журналистар бар ине
2009 йылдан уңышлы эшләп килгән татарҙар милли-мәҙәни автомияһы тарафынан телде һаҡлау, халыҡты берләштереү өсөн күп яҡлы эш алып барыла. Башҡортостанда 1 миллионға яҡын татар халҡы иҫәпләнә. Уларға мәктәптәрҙә туған телде өйрәнеү, аралашыу өсөн шарттар тыуҙырылған.
Башҡортостан татарҙары төбәк милли-мәҙәни автономияһы йәмғиәттә этник мәҙәниәтте һаҡлаусы, төрлө халыҡтар араһында хеҙмәттәшлекле нығытыусы ойошма булып тора. Конференцияла ҡатнашыусы делегаттар Башҡортостанда йәшәүсе татар милләтенең алдағы йылдарға үҫеш концепцияһын да барланы. Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылында һәр милләт күтәргән һорауҙар көнүҙәк.
Ф.Миһранова



