Әле ауыл көн һайын тарихи, мәҙәни, спорт сараларынан гөрләп тора. Уларҙа өлкән быуын вәкилдәре лә, йәш ғаиләләр ҙә, мәктәп уҡыусылары ла әүҙем ҡатнаша. Ҡаранда уҙғарылған «Уйна, гармун» һәм «Минең шәжәрәм» конкурстарынан беҙҙең киләһе репортаж.
Ауылдың иман йортонан хәҙер халыҡ өҙөлмәй. Мәсетте урындағы халыҡ үҙ көсө менән, күмәкләшеп төҙөткән. Беҙҙә халыҡ берҙәм, бар эшкә лә ихлас, дәррәү тотона, ти имам Илһам Ғәрифуллин. Ҡарандар «Атайсал», урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ла әүҙем ҡатнаша. Икенсе йыл рәттән район этабында еңеп «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ла үҙ көсөн һынай.
Тыуған ергә, илгә, халҡыңа һөйөү тарихыңды, тамырҙарыңды белеүҙән башлана. Ҡаран урта мәктәбендә ойошторолған «Минең шәжәрәм» конкурсы быуындар күсәгилешлеген һаҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя ла инде. Уҡыусылар ата-әсәләре менән бергә нәҫел ағасын төҙөй, архив документтарын өйрәнә, сығыштар әҙерләй.
Ҡарар урта мәктәбе райондың иң көслө белем усаҡтарының береһе, сығарылыш уҡыусылары тулы составта юғары уҡыу йортона инә, берҙәм дәүләт имтиханын 100 баллға тапшырыусылар бар. Уҡытыусылар Республика башлығы грантына лайыҡ була. Белем усағы оло бер ижади оҫтахананы хәтерләтә, бында ҡул эштәре түңәрәктәре лә, ижади ойошмалар ҙа бихисап. Мәҫәлән, мәктәптең ҡурсаҡ театры балаларҙың һәләтен асыуҙа, телгә һөйөү тәрбиәләүҙә тос өлөш индерә.
Ҡаран ауыл биләмәһенән 300-ҙан ашыу егет махсус хәрби операцияла ҡатнаша, белем усағы улар менән тығыҙ бәйләнештә тора, гумсанитар ярҙам күрһәтә. Һәләк булғандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү эшен алып бара.
Мәҙәниәт йорто иһә дәртле йыр-моңдарҙан гөрләп тора. «Уйна гармун» конкурсына райондың төрлө ауылдарынан ҡатнашыусылар йыйылған. Улар араһында 9-сы тиҫтәһенә ваҡлаған оҫталар ҙа, мәктәп уҡыусылары ла бар. Марат Кәримов Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәтәкәре, күңелең тулы моң булһа гармун телдәрен һайратырға була, ти ул.
Конкурста ҡатнашыусылар араһында ир-егеттәр генә түгел, гүзәл заттар ҙа байтаҡ. Раушания Ергизова быйыл үҙенең төркөмөн дә ойошторған.
Ҡарандар «Айыҡ ауыл» конкурсына ныҡлы әҙерләнә һәм еңеүенә шикләнмәй. Сөнки ауылда берҙәм, эшһөйөр, дәртле халыҡ йәшәй. Тыуғар еренең ысын патриоттары. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла ауыл биләмәһенән фронтҡа 800-гә яҡын ир-егет юлланған, уларҙың яртыһынан күбеһе яу яланында ятып ҡалған. Беҙ ҡаһарман яугирҙарҙың вариҫтары, беҙҙә еңеү көсө йәшәй, ти ҡарандар.
Р.Кәримова



