Көнсығыш премьераһы. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры ҡояшлы Үзбәкстандың бер майҙанына әйләнде. Тамашасылар иғтибарына үзбәк әҙәбиәте классигы Хәмзә Хәкимзада Ниязиҙың «Мәйсәрә мутлыҡтары» спектакле сығарылды. Тамаша Башҡортостандың халыҡ артисы Гөлшат Ғайсинаның юбилейына арналды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Премьера театр тупһаһынан уҡ башланды. Спектаклгә килгән һәр кем-Гөлшат Ғайсинаның тоғро тамашасылары, яҡындары, бергә уҡыған курсташтары, уҡытыусылары Үҙәк Азия күстәнәсенән һыйланды.
Тамашасыны көнсығыш музыкаһы арбаны. Театр фойеһында шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ артисының тормош һәм ижад юлына арналған «Гөлшат исемле йондоҙ» тип исемләнгән махсус күргәҙмә ойошторолдо.
Артабан, төп тамаша театр сәхнәһендә дауам итте. Үзбәк яҙыусыһы Хәмзә Ниязиҙың «Мәйсәрә мутлыҡтары» музыкаль комедияһы бенефисҡа осраҡлы һайланмаған. Көнсығыш мәҙәниәтенә ғашиҡ артистың шәхси кисерештәре спектаклдең художестволы сиселешендә сағылыш тапҡан. Музыкаль номерҙар башҡорт һәм үзбәк телдәрендә башҡарыла.
Ысынлап та, премьера бер кемде лә битараф ҡалдырманы. 100 йыл элек нескә юмор менән яҙылған әҫәр бөгөн дә көнүҙәк булып ҡалды. Тамашасы пьесаның заманса ҡеүәтле фекер йөрөтөүенә иғтибар итте. Ул үткәндәр тураһында тарих түгел, бөгөнгөһө хаҡында һүҙ. Шуға ла пьеса йәш быуынға ауаздаш. Киләһе тамаша 7 мартҡа билдәләнгән.
Азат Ғәлиуллин




