Йәш футболсыларҙан-яугирҙарға. Өфөлә махсус хәрби операцияла һәләк булғандар иҫтәлегенә минифутбол буйынса хәйриә турниры үтте. Сарала баш ҡаланың спорт клубтарында шөғөлләнгән өс йөҙҙән ашыу бала ҡатнашты. Йәш спортсыларҙы көйәрмән булараҡ ата-әсәләр, бергә уҡыған класташтары ҡеүәтләне. Ике йыл эсендә генә минифубол буйынса хәйриә турниры дүртенсе тапҡыр үтә. Саранан тупланған аҡсаны ойоштороусылар яугирҙар өсөн гуманитар ярҙамға йүнәлтергә иҫәп тота. Күптән түгел һуңғы ылау менән Донбасҡа ике машина, мотоцикл, генератор кеүек яҡташтарыбыҙға кәрәкле әйберҙәр оҙатылған.



