«Киләсәк моторҙары» алдынғы инженерлыҡ мәктәбенә экскурсия. 10-сы һәм 11-се класс уҡыусылары Өфө фән һәм технологиялар университетының мәғариф үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты. Улар урында йыйылған осоу аппараттары лабораторияларын, уникаль экспонаттар һаҡланған музейҙы ҡараны. Киләсәктә инженер һөнәренә үҙләштерергә теләгән үҫмерҙәр уҡыу, киләсәктә эшкә урынлашыу мөмкинлектәре менән дә ҡыҙыҡһынды. Инженерлыҡ мәктәбе хеҙмәткәрҙәре электромеханика, айти-технологиялар, электр энергетикаһы йүнәлештәре тураһында һөйләне. Ғалимдар етенсе кластан һәләтле мәктәп уҡыусыларын эҙләүен, тормошҡа ашырырлыҡ идеялар менән йөрөүселәрҙән тәҡдим көтөүен белдерҙе.



