Республика башлығы Радий Хәбиров Яҡын Көнсығыштағы хәлгә бәйле туристарға ярҙам ойошторорға ҡушты. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә булған яҡташтарыбыҙ иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ, бәйләнештә булыу мөһимлеге билдәләнде. Туристар һәм уларҙың яҡындары барлыҡ һорауҙар буйынса республика менән идара итеү үҙәге ҡарамағындағы Ситуация үҙәгенә мөрәжәғәт итә ала, +7 (347) 218-19-19 телефон һандары буйынса Ҡыҙыу линия булдырылған.
Сит илдә яҡташтарыбыҙҙы борсоған мәсьәләләр менән Рәсәйҙең Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендәге сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан вәкиле Роман Громов та шөғөлләнә. Уҙған ял көндәрендә 25 кешенән мөрәжәғәт ҡабул ителгән, күптәрҙе күсенеү, туроператор менән бәйләнешкә сығыу кеүек һорауҙар борсоған. Рәсәй мобиль операторҙары тарафынан абоненттарға ярҙам күрһәтелә, бушлай интернет һәм бәйләнеш пакеттары тәҡдим ителә.



