Республикала полилингваль йүнәлештәге 12-се мәғариф учреждениеһы файҙаланыуға тапшырылды

Телде өйрәнеүҙә сиктәр юҡ. Республикала полилингваль йүнәлештәге 12-се мәғариф учреждениеһы файҙаланыуға тапшырылды. Әбйәлил районы үҙәгендә асылған күп профилле мәктәптә башҡорт, рус һәм инглиз телдәрен өйрәнәсәктәр. Яңы учреждениеның рәсми асылыуы менән республика башлығы Радий Хәбиров тура бәйләнеш аша тәбрикләне. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Дүртенсе класс уҡыусылары башҡорт теле дәресендә. Уларҙы Илгиз Истамғәлин уҡыта. «Йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы лауреатының телде өйрәнеүҙә үҙ ҡарашы, үҙ алымы бар. Ҡағиҙәләрҙе аңлатыуҙан тыш, телгә һөйөү уятыу уның төп маҡсаттарының береһе.

«Хазина» полилингваль күп профилле мәктәп бөгөн рәсми рәүештә эш башланы. Яңы белем усағын асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы тура бәйләнеш аша республика башлығы тәбрикләне. Радий Хәбиров педагогик коллективҡа һәм уҡыусыларға юғары үрҙәр, уңыштар теләне.

Өс йыл эсендә сафҡа ингән мәктәп йәмғеһе 640 урынға иҫәпләнгән. Белем усағының үҙ спорт, гимнастика, тамаша залы, шулай уҡ үҙ сәнғәт мәктәбе бар. Барыһы ла заманса мәғариф стандарттарына ярашлы йыһазландырылған.

Ә был иһә Әбйәлил районындағы берҙән-бер сит телдәр кабинеты. Уҡыусылар «Хазина» мәктәбендә профессиональ наушниктар ярҙамында донъя телдәрен өйрәнәсәк. Әлегә башҡорт, рус һәм инглиз телдәре.

Әйткәндәй, «Хазина» поллингваль күп профилле мәктәп төҙөлөшөнөң беренсе этабында былтыр сентябрҙә балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылды. 8 төркөмгә бүленгән мәктәпкәсә белем учреждениеһына 200-ләп бала йөрөй.

Шулай уҡ, телдәр өйрәнеү ҙә яйға һалынған. Тап улар киләсәктә мәктәп тупһаһы аша үтәсәк.

Әйткәндәй, республикала Асҡар ауылында күп тармаҡлы полилингваль йүнәлештә асылған 12-се мәктәп. 2030 йылға тиклем учреждениелар һанын 16-ға тиклем еткереү көтөлә. Ә инде киләсәктә Әбйәлил мәктәбендә башҡорт, рус, инглиз телдәре менән бергә, ғәрәп, ҡытай һәм корей телдәрен уҡытыу ҙа яйға һалынасаҡ.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ