173 -сө гуманитар ылауҙы махсус хәрби операция биләмәһендә яугирҙар ҡаршы алды

Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса тупланған 173 -сө гуманитар ылауҙы махсус хәрби операция биләмәһендә яугирҙар ҡаршы алды. Ярҙам яҡташтарыбыҙ хеҙмәт иткән 14 хәрби подразделениеға һәм шефлыҡҡа алынған Красный Луч ҡалаһына тәғәйенләнгән. Уны туплауҙа республиканың ете районы ҡатнашҡан. Йөк автомобилдәре уларҙы хәрби подразделениелар урынлашҡан ергә үк алып барып еткерҙе. Яугирҙарға шәхси посылкаларҙан тыш бензин генераторҙары, бысҡылар, медикаменттар, окоп шәмдәре, мейестәр һәм аҙыҡ -түлек тапшырылды. Таҡталар һәм башҡа төр ағас материалдары ла хәрбиҙәр өсөн тәү кәрәкле ярҙам.

Гуманитар колонна яҡташтарыбыҙға мобиль мунсалар, еңел автомобилдәр, мотоциклдар ҙа килтерҙе. Кимыч ҡушаматлы яугир фронтҡа иҫке генә булһа ла «етенсе» модель Ваз автомобилен килтерткән. Өйҙә тик торғансы алғы һыҙыҡта еңел техника ҙур ярҙамсы, ти яҡташыбыҙ. Яугирҙар уны хәрби шарттарға ҡулайлаштырып, йүнәтеп ала.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ