Бүләкләү тантанаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһында үтте Еңеүселәр өс номинация буйынса бүләкләнде, шулай уҡ «Махсус хәрби операция яугиры ғаиләһе», «Күп балалы ғаилә», «Донъясыл ғаилә», «Йәш ғаилә» махсус приздары тапшырылды. Тантанала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән «Башҡорт ғаиләһе» йылына ла старт бирелде. Республиканың өлгөлө башҡорт ғаиләләре тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Стәрлетамаҡ дәүләт-концерт берекмәһе шат тауыштарҙан гөрләп тора. Бында 11 йыл дауамында, яҙҙың тәүге көнөндә башҡорт ғаиләләренең «Етегән» байрамы үтә. Ә 6 йыл элек ғаиләләр араһында конкурс ойошторола башлай.
«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсы өс этапта, тәүҙә район, артабан зона һәм республика кимәлендә уҙғарыла. Ойоштороусылар әйтеүенсә, йылдан-йыл ҡатнашыусылар һаны арта. Быйыл хатта Ханты-Манси автономиялы округы ла ҡушылған. Еңеүселәр «Ижади ғаилә», «Ғаилә кәсептәре», «Ғаилә ҡиммәттәре һәм традициялары» номинациялары буйынса билдәләнде. Өсөнсө урын яулаусыларға-35, икенсегә-50, беренсегә -70 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырылды. Тамырҙарын белгән ғаилә ныҡ була, ти Салауат районынан Басировтар.
Конкурстың гран-приһына Ғафури районынан Мәрүәевтар ғаиләһе лайыҡ булды. Улар сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалай, республика кимәлендәге сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
Быйыл конкурстың махсус приздары ла булдырылған. Бүләктәр «Ишле», «Донъясыл», «Йәш» һәм «Махсус хәрби операция яугиры ғаиләһе» номинациялары буйынса тапшырылды.
Өлгөлө, күркәм ғаиләләр- һәр төбәктең байлығы, хазинаһы, нигеҙе. Башҡортостанда ла ғаилә институтын һаҡлау, үҫтереү өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Сөнки илһөйәрлек рухы, халҡыңа, телгә, хеҙмәткә һөйөү тап ғаиләлә һалына. Ғаилә милли, рухи-мәҙәни ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлаусы, быуындар күсәгилешлеген бәйләүсе төп сылбыр булып тора.
Р.Кәримова



