Үзбәкстан, Тажикстан һәм Белоруссия менән берлектәге технопарктар һәм сәнәғәт кластерҙарын булдырыу буйынса эш дауам итә. Сауҙа йорттары, логистика комплекстары төҙөлә. Экспортты үҫтереү буйынса төбәк программалары ғәмәлгә ашырыла. Был тема республика хөкүмәтендә ҡаралды. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, тышҡы сауҙаны арттырыу йүнәлешендә эш алып барырға кәрәк. Башҡортостан 100-ҙән ашыу ил менән хеҙмәттәшлек итә.




