Совет йылдарынан ғәмәлдә булған стандарт бөтөрөлә, яңыһы 1 апрелдән көсөнә инә. "Ростандарт" мәғлүмәттәре буйынса хәҙер икмәктең ауырлығы 500 грамдан кәмерәк була ала. Шулай уҡ составы буйынса төҙәтмәләр бар. Икмәкте һатыу ваҡыты ГОСТа күрһәтелмәй. Быға тиклем сәк-сәккә дәүләт стандарты ҡабул ителеүе тураһында мәғлүмәт булды.




