Бер аҙнала халыҡтан 4 мең 825 хәбәр алынған. Күптәр юлдарға зарлана. Ҡарҙан таҙартыу, ремонтлау буйынса мөрәжәғәттәр бар. Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский ҡалалары, Туймазы районынан зарланыусылар булған. Бынан тыш, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү, йәмәғәт транспорты, һаулыҡ һаҡлау, хәүефһеҙлек, хәрби хеҙмәт буйынса мөрәжәғәттәр теркәлгән. Премьер-министр Андрей Назаров власть органдарына ошо йүнәлештәр буйынса эште яҡшыртырға ҡушты.




