Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров бөгөн республиканың юғары уҡыу йорто студенттарына асыҡ дәрес үткәрҙе. Хөкүмәт рәйесе йәштәргә үҙенең тормош, хеҙмәт юлы тураһында һөйләне, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге, бизнес алып барыу серҙәре менән таныштырҙы. Осрашыу дуҫтарса, йылы шарттарҙа үтте. Студенттар Андрей Назаровҡа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән мөрәжәғә итте. Премьер-министр уларҙың һәр береһенә ентекле яуап бирҙе. Ул шулай уҡ Башҡортостанда йәштәргә белем алыу, фәнни тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнеү, үҙ эшеңде асыу өсөн тулы шарттар тыуҙырылыуын билдәләп үтте. Миҫал итеп осрашыу ойошторолған Геном үҙәген дә килтерергә мөмкин, был учреждениела заманса лабораториялар эшләй.



