Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә яуға. Бөгөн бер төркөм яугирҙар «Өфө-арена» эргәһендәге майҙандан махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Яҡташтарыбыҙҙы Башҡортоостан Хәрби комиссариаты вәкилдәре, яҡындары, туғандары оҙатып ҡалды.
Республика тәүге көндән үк махсус хәрби операция яугирҙарының юл мәшәҡәттәрен үҙ өҫтөнә алған. Яҡташтарыбыҙға ялға ҡайтҡанда ла, киткәндә лә бар уңайлыҡтары булған заманса автобустар бүленә. Бөгөн юлға сығыусыларҙың күбеһе алғы һыҙыҡҡа мобилизация буйынса эләккән. Егеттәр тыуған яҡта ике аҙна дауамында булған. Улар күп ваҡыттарын ғаиләләренә бүлергә тырышҡан, йорт эштәрендә ярҙам күрһәткән, бергәләп ял иткән. Яугирҙарҙың ҡайһы берҙәре уҡыу йорттарында, белем усаҡтарында булып йәш быуын менән осрашыуҙарҙа ҡатнашып та өлгөргән. Оҙатырға килеүселәр егеттәргә иҫән-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. Шишмә районынан Нәсимә Вилданова улын оҙата, тағы бер улы алғы һыҙыҡта батырҙарса һәләк булған.



