Башҡортостан халыҡ менән бәйләнеш платформаһы буйынса Рәсәйҙең ТОП-5 төбәгенә инде

Башҡортостан халыҡ менән бәйләнеш платформаһын ҡулланыу буйынса Рәсәйҙең биш алдынғы төбәге исемлегенә инде. Был система Дәүләт хеҙмәтенең махсус ҡушымтаһы аша туранан-тура власть органдарына, идара итеүсе компанияларға, төрлө учреждениеларға мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге бирә. 

Былтыр платформа аша 250 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән, был алдағы йыл менән сағыштырғанда, өс тапҡырға тиерлек күберәк. Башҡортостанда тура бәйләнеш системаһы 2021 йылдан эшләп килә. Төбәк халҡы ойошмаларға һәм учреждениеларға мөрәжәғәт итеү өсөн электрон системаны әүҙем ҡуллана. Шулай уҡ республикала Инцидент-менеджмент системаһы ла уңышлы эшләй. Бында белгестәр социаль селтәрҙәрҙәге комментарийҙарҙы ла иғтибарға һәм контролгә ала. Әммә мөрәжәғәттәрҙең фейк аккаунттарҙан яҙылыуы ла ихтимал. Ә Дәүләт хеҙмәтендәге махсус ҡушымтаға килгәндә, бында һорау шәхесе билдәле аныҡ кешенән килә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ