Башҡортостанда махсус хәрби операция ҡатнашыусыларына бизнес өсөн соцконтракт

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға үҙ эшен асыу өсөн социаль контракттар төҙөү өҫтөнлөклө ярҙам сараларының береһе буласаҡ.

Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу өсөн 200-ҙән кәм булмаған килешеү төҙөү планлаштырыла, махсус хәрби операция ветеранының килеме иҫәпкә алынмаясаҡ. Был хаҡта Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында министр Ольга Кабанова хәбәр итте. Былтыр 718 миллион һумдан ашыу суммаға 4 меңгә яҡын килешеү төҙөлгән. Был ярҙам ике меңдән ашыу ғаиләгә эшҡыуарлыҡ башларға ярҙам иткән. Бизнес өсөн ярҙам күрһәтеүҙә күп балалы ғаиләләргә өҫтөнлөк бирелә. 2025 йылда 1150 шундай ғаилә социаль контракт төҙөгән. Төбәк етәксеһе ҡушыуы буйынса яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларын ҡайтанан ҡарау бурысы ҡуйылған.

Ултырышта шулай уҡ оҙаҡ йылдар социаль өлкәлә хеҙмәт иткәндәр тәбрикләнде. Фатима Хәйбуллина Ишембай районы Маҡар ауылында социаль хеҙмәткәр булып эшләй, хаҡлы ялға сыҡһа ла, һөнәрен ташларға ашыҡмай.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ