Өфөлә янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса Рәсәй Кубогы старт алды

Башҡортостан янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Кубогы менән Бөтә Рәсәй ирекле янғын һүндереү йәмғиәте Кубогына күләмле ярыштарҙы ҡабул итә. Спорт сараһы «Штурм баҫҡысы» дисциплинаһынан башланды. Көсөргәнешле ярыш барышын беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Ҡотҡарыусы һөнәрен һайлаған гүзәл заттар сигнал ишетелеү менән башняға йүгерҙе. Унан һуң штурм баҫҡысы буйлап икенсе ҡатҡа күтәрелде. Бында һәр секунд иҫәптә, иң етеҙҙәр генә финалға сығасаҡ. Ҡатнашыусылар араһында спорт мастерҙары ла, яңы ғына был спорт төрө менән шөғөлләнә башлаусылар ҙа бар. Барыһы ла сараның юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләй.

Өфөлә янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Кубогына һәм Бөтә Рәсәй ирекле янғын һүндереү йәмғиәте Кубогына күләмле ярыштар старт алды. Турнир Рәсәй төбәктәренең иң көслө спортсыларын-өс йөҙҙән ашыу кешене берләштерҙе. Ир-егеттәр өсөн ярыш күпкә ҡатмарлыраҡ. Штурм баҫҡысы ярҙамында дүртенсе ҡатҡа, ун биш метр бейеклеккә тиклем күтәрелергә кәрәк. Спортсыларҙың хәүефһеҙлеге тәьмин ителгән, аҫта ағас онтаҡтарынан махсус япма эшләнгән.

Ҡаршылыҡтарҙы уңышлы үтер өсөн яҡшы физик форма, көс кәрәк. Башҡортостан йыйылма командаһы сентябрҙән алып турнирҙарға етди әҙерләнде. Йыл башынан алып өсөнсө тапҡыр старт һыҙығына баҫабыҙ, уҙған айҙарҙа Башҡортостан һәм Татарстанда ойошторолған ярыштарҙа яҡшы һөҙөмтәләргә ирештек.

Хәмит Абдулов, Башҡортостандың янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса йыйылма командаһы капитаны

Янғын һүндереүселәр штурм баҫҡысын көндәлек эштә, ут менән көрәштә файҙалана, бина һәм ҡоролмаларҙың юғары ҡаттарына күтәрелгәндә уңайлы. Даими физик әҙерлек үтеп, күләмле ярыштарҙа ҡатнашыу белгестәрҙең һөнәри оҫталығын арттырыуға булышлыҡ итә.

Янғын-ҡотҡарыу спорты тарихы 1937 йылдан алып башлана. Бөгөн дә илдә был спорт төрөн үҫтереү буйынса ҙур эш башҡарыла. Рәсәй йыйылма командаһы донъя кимәлендәге чемпионаттарҙа ла уңышлы сығыш яһай. Былтыр Сәғүд Ғәрәбстанында ойошторолған сарала беҙҙең спортсылар донъя чемпиондары исеменә лайыҡ булды.

Олег Деревицкий, ярыштың баш судьяһы

Өфөлә янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса ярыштар 6 мартҡа тиклем дауам итә. Иртәгә «икебәйге» һәм «ҡарһышылыҡтар һыҙаты» дисциплиналары буйынса ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң көслөләр билдәләнә. Бөгөндән үк күнекмәләр башланды.

Ярышта ҡатнашыусылар араһында янғын һүндереүселәр ҙә, ҡотҡарыусылар ҙа, юғары уҡыу йорттары курсанттары ла бар. Улар уҡыуҙа ла, эштә лә, спортта ла һынатмай. Турнир һөҙөмтәләре дөйөм команда зачеты буйынса билдәләнә, иң етеҙҙәр Кубок аласаҡ.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ