Көслө рухлылар өсөн кәртә юҡ. Көйөргәҙе районында физик мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн саңғы ярышы үтте. Сара Ермолаев мәҙәниәт һәм ял паркында ойошторолдо. Ярышта республиканың коррекция мәктәп-интернаттарында белем алған 120 уҡыусы үҙ көсөн һынап ҡараны. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова дауам итә.
Олимпия уты тормош һынауы алдында юғалып ҡалмағандарҙың рухи ялҡыны һымаҡ. Ярышта ҡатнашыусылар физик мөмкинлеге сикләнгән булыуға ҡарамаҫтан тулы тормош алып бара, хатта спорт ярыштарында ла һынатмай. Өфөнөң 59-сы коррекция мәктәп-интернаты командаһы бар төр ярыштарҙа ла ҡатнаша.
Башҡортостан мәғариф коррекция учреждениелары араһындағы саңғы ярышы быйыл икенсе тапҡыр ойошторола. Унда 12-нән 19 йәшкә тиклемге уҡыусылар ҡатнаша ала. Спортсылар 1 километр арауыҡҡа йүгерә, әммә күптәр өсөн ошо дистанцияны үтеү ҙә оло еңеү.
Саңғы ярышында ҡатнашыусыларҙан бигерәк ата-әсәләр һәм педагогтар тулҡынлана, хатта трасса ситенән бергә йүгереп барыусылар ҙа осрай. Улар был ярыштың физик мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн әһәмиәтен яҡшы аңлай, сара рухи көс, тормошҡа дәрт, ышаныс өҫтәй.
Әммә ярыш булғас еңеүселәр ҙә асыҡлана, Көйөргәҙеләге чемпионатта хужалар алдынғылыҡты бирмәне. Беренсе урынға Ермолаев коррекция мәктәп-интернаты командаһы лайыҡ булды. Икенсе баҫҡысты Балаҡатайҙар, өсөнсөнө Ғафуриҙар яуланы.
Р.Кәримова



