Бөрйәндә махсус операцияла һәләк булғандарҙы спорт менән иҫкә алдылар

Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә район саңғы ярышы үтте. Сара шәхси эшҡыуар Зөфәр Көҫәпҡолов башланғысы менән ойошторолған, уның бер туған ҡустыһы алғы һыҙыҡта батырҙарса һәләк булған. Сара яугирҙар рухына аят бағышлауҙан башланды.

Артабан райондың төрлө ауылдарынан килгән спортсылар төрлө дистанцияларҙа үҙ көсөн һынап ҡараны. Ярышта оло быуын вәкилдәре лә, уҡыусылар ҙа ҙур теләк менән ҡатнашты. Улар 1 һәм ике километр арауыҡҡа ҡатнашты. Еңеүселәр иҫтәлекле приздар, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Хужалар ҡунаҡтарҙы ҡар өҫтөндә бешкән тәмле аш менән һыйланы. Был саралар бер яҡтан яугирҙарҙың иҫтәлеген мәңгеләштерһә, икенсенән халыҡты спортҡа йәлеп итә, ти ойоштороусылар.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ