Бөгөн Өфөлә уҙған Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы коллегияһында шулай тип белдерелде. "Бөгөн хәрби бәрелештәрҙән тыш, иҡтисади һәм мәғлүмәти һуғыш бара. Балаларҙың зиһенен яулау өсөн көрәшәләр. Ялған мәғлүмәт күп. Беҙҙең журналистарға был фронтта көслө булырға кәрәк”, - тине Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Искәндәр Әхмәтвәлиев. Бөгөн унға яҡын коллегабыҙ фронтта хәрби бурысын үтәй. Ике һөнәрҙәшебеҙ Бөрөнән Венер Йыһаншин һәм Дмитрий Кузнецов алғы һыҙыҡта батырҙарса һәләк булды. 2025 йылда Башҡортостанда Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып хәрби журналистар тураһында закон ҡабул ителде. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов:
“2025 йыл Башҡортостан матбуғат баҫмалары өсөн уңышлы булды. Газета һәм журналдар тиражын һаҡлап ҡалды”. “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина ошо турала белдерҙе.
Коллегия ултырышы барышында бер төркөм журналистарға наградалар тапшырылды. Улар араһында “Юлдаш” радиоһы алып барыусылары ла бар. Гүзәл Зарипова, Рания Билалова һәм Филүс Ҡасимов “Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән исемгә лайыҡ булды. Гүзәл Зарипова һәм Филүс Ҡасимов тәьҫораттары менән уртаҡлаша.
Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев сығышын “Бөтәбеҙ ҙә Еңеү өсөн!” тигән девиз менән тамамланы. Коллегияла белдерелеүенсә, тиҙҙән махсус хәрби операция биләмәһенә журналистар әҙерләгән гуманитар ярҙам ебәрелә.




