Башҡортостанда балалар өсөн һәм диетик аҙыҡ заводы асылды

Ул Шишмә ауылында урынлашҡан. Бөгөн бында Республика Башлығы Радий Хәбиров булды. Заводта ай һайын 850 тоннаға тиклем продукция сығарыу мөмкинлеге бар. 2030 йылға тиклем 965 миллион һум инвестиция һалына. Предприятиела етештерелгән аҙыҡ  республиканың 720 мәғариф учреждениеһында ҡулланыла. Республика Башлығы билдәләүенсә, биш-алты йыл элек мәктәптәрҙә ашатыу өлкәһендә тәртип булманы. Йөҙҙән ашыу ойошма эшләне. Бөгөн хәл тотороҡланды. Ҡаты контроль системаһы яйға һалынды. Ҙур компаниялар барлыҡҡа килде. 2025 йылда беҙ 700 мең баланы аҙыҡ менән тәьмин иттек, мәктәптә ашатыуға бәйле ни бары 45 мөрәжәғәт ҡабул ителде. Бөгөн ҙур предприятие асылды. -Беҙҙең балаларҙы республикала етештерелгән яҡшы һәм сифатлы аҙыҡ менән тәьмин итеү буйынса эшләргә тейешбеҙ, - тине Радий Хәбиров.

Фото №1 - Башҡортостанда  балалар өсөн һәм диетик аҙыҡ заводы асылды
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ