Өфөлә был ваҡытта бер сәғәткә күп фатирлы йорттар подъездары асылды һәм сиреналар сигналы улар аша яңғыраны. Бындай сара иҫкәртеү ваҡытында урамда ҡалған кешеләр яҡын-тирәләге йорттарға йәшеренеп торһон өсөн күрелде. Халыҡ сиреналар ярҙамында, шулай уҡ радио һәм телевидение эфиры аша ла иҫкәртелде. Алдараҡ хәбәр ителеүенсә, иҫкәртеү системаһын тикшереү планға ярашлы ойошторолдо һәм борсолоу өсөн сәбәптәр юҡ



