Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала һауа шарттары боҙолоуы тураһында иҫкәртте.
Алдағы өс көндә төбәктә һауа температураһының 2 градус йылынан 22 градус һыуыҡҡа тиклем үҙгәреүе күҙаллана. Көслө ҡар яуыуҙан тыш, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы, көслө ел сығыуы көтөлә. Алдағы төндә һауа температураһы түбәнәйә.
Тотороҡһоҙ һауа шарттарына бәйле, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы ведомстволар республикала йәшәүселәргә уяу булырға, етди сәбәпһеҙ алыҫ юлға сыҡмай торорға кәңәш итә. Ҡатмарлы юл шарттарын иҫәпкә алып, уҙған тәүлектә республика биләмәләрендәге 9 юл участкаһында транспорт хәрәкәтенә сикләүҙәр индерелде. Сәғәт 12-гә алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, әле барлыҡ юлдарҙа ла сикләүҙәр алынған.



