Өфөлә «Биләмәне комплексы үҫтереү» проекты буйынса тәүге йорт файҙаланыуға тапшырылды

Был дәүләт инициативаһы «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының бер өлөшө булып тора һәм халыҡтың йәшәү сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән. «Биләмәне комплексы үҫтереү» проектына ярашлы, авария хәлендә һаналған йорттар һүтелә, уларҙың урынына яңы кварталдар ҡалҡып сыға. Программаға ярашлы Башҡортостанда төҙөлгән тәүге йорт һәм уның милекселәре тураһында киләһе яҙмала.

Балалар бүлмәһендә ҡайҙа нимә урынлашыуы хәл ителгән ваҡытта 9 айлыҡ Аврора йоҡоһон өҙөргә теләмәне. Ивановтар ғаиләһе ҡыҙҙары өсөн алһыу төҫтәге обой йәбештерергә һәм уйынсыҡтар өсөн айырым мөйөш эшләргә һөйләште. Әлеге ваҡытта ҡайны-ҡәйнәһе менән йәшәгән йәш ғаилә өсөн фатирлы булыу-мөһим һәм шатлыҡлы ваҡиға.

Ивановтар ғаиләһе Орджоникидзе урамы, 16 адресы буйынса урынлашҡан күп фатирлы йортҡа тәүгеләрҙән булып инде. Квартал «Биләмәне комплекслы үҫтереү» проекты буйынса реновация кисерә. Әйткәндәй, был проек та республикала тәүге тапҡыр тормошҡа ашырыла.

Биләмәне комплекслы үҫтереү проектына ярашлы 2022 йылда тәүге һатыу ойошторолдо. «КПД» компанияһы төҙөлөшкә тотондо. Проекттың үҙенсәлеге-авария хәлендә тип танылған йорттарҙы һүтеү генә түгел. Кварталдарҙы комплекслы үҫтереү, инфраструктураны яңыртыу мәсьәләләрен хәл итәбеҙ.

Артём Ковшов, Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы

«Биләмәне комплеклы үҫтереү» проекты төҙөлөш тармағының айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнеүе ихтимал. Әлеге ваҡытта республикала был программа буйынса 39 килешеү төҙөлгән, йәғни 4 миллион квадрат метрға яҡын биләмә төҙөкләндереү кисерәсәк.

Ҡатыным Черниковка биҫтәһендә тыуған, ситкә китмәй, ошо тирәлә фатир эҙләй инек. Бик уңай булды. Әлеге ваҡытҡа тиклем ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәнек. Һәр ғаилә ағзаһының үҙ мөйөшө, балаларыбыҙ өсөн айырым бүләмәләр булыуына һөйөнөп бөтә алмайбыҙ. Ошо көндәрҙә күсенә башлаясаҡбыҙ.

Руслан Ҡадиров, фатир туйлаусы

Дөйөм майҙаны 6 гектарҙан ашыу булған кварталды яңыртыу дауам итәсәк. Яҡын арала авария хәлендә тип танылған тағы өс йорт урынына яңылары ҡалҡып сығасаҡ. Шулай уҡ төҙөлөш компанияһына биләмәне йәшелләндереү, балалар һәм спорт зоналары эшләү бурысы йөкмәтелгән.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ