Республиканың сәнәғәт министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы Башҡортостан файҙаланыуға тапшырылған автомобиль газ тултырыу компрессор станциялары һаны буйынса Рәсәйҙә 1-се урынды биләй. Былтыр 7 станция файҙаланыуға тапшырылһа, әлеге ваҡытта улар 72 урында. Әйткәндәй, быйыл газ ҡорамалдарын ҡуйыуға дәүләт субсидияһы артты, уға эшҡыуарҙар ҙа, физик шәхестәр ҙә иҫәп тота ала. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Автобус водителе газға әкрен генә баҫып, компрессор станцияһына йүнәлә. Колонкаларҙа сират бөтөнләй юҡ, сөнки аш мәле. Ҡағиҙә буйынса автобус пассажирҙарһыҙ, 15 метр радиуста ла кешеләр юҡ. Водитель ышансылы аҙымдар менән газ компрессоры янына яҡын килеп 4-5 минут эсендә баллонды тултыра.
Республикала пассажирҙарҙың төп ташыусыһы автобустарҙы газға үҙгәртеп ҡороу менән шөғөлләнмәй. Автобустар заводтан уҡ газ баллондары менән йыһазландырылып сығарыла. Метан янғанда углерод оксиды 15, ә азот оксиды 70 процентҡа кәмерәк барлыҡҡа килә, бензапирен һәм метан булмаған углеводородтар бүлеп сығарыу дизель яғыулығы менән сағыштырғанда 90 процентҡа, ә һөрөм 99 процентҡа кәмей. Был айырыуса ҙур ҡалаларҙа экологик баллансты һаҡларға мөмкинлек бирә.
Тәбиғи газ ғәҙәттә бензин һәм дизелдән арзаныраҡ. Яғыулыҡҡа сығымдар 2-3 тапҡырға кәмеүе ихтимал. Был үҙ сиратында предприятиеларға һәм шәхси транспорт хужаларына яғыулыҡҡа сығымдарҙы һиҙелерлек кәметергә мөмкинлек бирә. Нефть продукттары менән сағыштырғанда газ-мотор яғыулығына хаҡтар тотороҡлораҡ, кеҫәгә лә һуҡмай. Бындай яғыулыҡҡа еңел автомобилдәр ҙә күсә. Газ баллоны ҡорамалдарын ҡорау сервистарында 4-5 сәғәттә автомобиль двигателен газ менән йөрөү өсөн көйләргә була.
Дәүләт программаһы буйынса газ баллоны ҡорамалдарын төбәк һәм федераль субсидиялау программаларында ҡатнашҡан аккредитацияланған сервис үҙәктәрендә урынлаштырырға була. Бындай үҙәктәр транспорт сараһы хужаларына ташламалар бирә.
2026 йылда тотош ил буйынса транспорт сараларын газ-мотор яғыулығына үҙгәртеп ҡороуға ярҙам итеү буйынса саралар дауам итә. Улар барыһы ла «Таҙа энергетика»федераль проекты сиктәрендә башҡарыла. Республикала ифрастрактура үҫешә, 72 газ тултырыу станцияһы төҙөлә. Былтыр сафҡа индерелгән объекттар иҫәбе буйынса Башҡортостан беренсе урында.Газ-мотор яғыулығы транспорттың экологияға кире йоғонтоһон кәметә. Башҡалала, тотош республикала йәмәғәт транспорты паркын яңыртыу һәм экологик программаларҙы тормошҡа ашырыу контексында газ-мотор яғыулығы транспортын үҫтереү көнүҙәк. Метанда эшләгән «Нефаз» автобустары был программаларҙың уңышлы икәнен күрһәтә.
Гүзәл Борханова



