Батырҙар онотолмай. Баймаҡ районы Темәс ауылында йәшәүселәр көстәре менән махсус хәрби операцияла һәләк булған ҡатнашыусы яҡташатры иҫтәлегенә стела төҙөүгә иреште. Һәйкәлде асыу тантанаһын беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте.
Яугирҙар иҫтәлегенә ҡуйылған стелаға финанс ярҙамды Темәс ауылының патриот ир-егеттәре күрһәткән. Уны асыу сараһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың туғандары һәм яҡындары, саҡырылған ҡунаҡтар һәм ауылдаштар ҡатнашты. Сараның төп маҡсаты-батырҙарса һәләк булған яугирҙәрҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү, тылда һәм хәрби хәрәкәттәр биләмәһендә булғандарҙың берҙәмлеген күрһәтеү.
Стеланы асыу тантанаһы һәләк булған яугирҙарҙе бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алыу һәм сәскәләр һалыу менән тамамланды. Был иҫтәлекле урын үҫеп килгән йәш быуын өсөн тарихи хәтерҙе һаҡлау үҙәгенә әйләнәсәк.




