Шаранда 8 март алдынан ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар хөрмәтләнде

8 март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан Шаран районы ҡатын-ҡыҙҙар советы тантаналы сара ойошторҙо.

Байрамда райондың 13 ауыл биләмәһенән 65 ирекмән ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты. Сараға шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан «Клинок» ҡушаматлы шәфҡәт туташы ла саҡырылғайны. Ул бөтә ирекмәндәргә яралы яугирҙарға ярҙам иткәндәре өсөн ихлас рәхмәт белдерҙе. Кисәне райондың үҙешмәкәр артистарынан йырлы бүләк йәмләне.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ