«Роснефть» компанияһы составына ингән «Башнефть» ойошмаһы ярҙамы менән Башҡортостанда һөнәри оҫталыҡ буйынса бөтә Рәсәй «Профессионалдар-2026» чемпионатының төбәк этабы үтте. Сара төбәк колледждары базаһында 56-нан ашыу майҙансыҡта уҙғарылды, ярыштарҙа 3 меңдән ашыу студент ҡатнашты.
Ике аҙналыҡ чемпионатҡа 196 йүнәлеш буйынса һынауҙар инә. Улар: нефть һәм газ сығарыу, эшкәртеү, химик лаборатория анализы, электромонтаж, химик технологиялар аппаратсыһы, иретеп йәбештереү технологиялары, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм башҡалар. Нефть һәм газ йүнәлештәре еңеүселәре «Башнефть» компанияһынан грамоталар һәм иҫтәлекле бүләктәр алды.
Чемпионаттың эшлекле программаһына ярашлы, «Башнефть» хеҙмәткәрҙәре «Берҙәмлектә көс: киләсәк профессионалдары» тигән пленар сессияла ҡатнашты, профилле колледждар студенттары менән айырым осрашыу ойошторолдо, унда «Башнефть» компанияһында карьера мөмкинлектәре, шулай уҡ компанияның юғары уҡыу йортонда ‑ Өфө дәүләт нефть техник университетында белем алыуҙы дауам итеү мөмкинлектәре күрһәтелде.




