Республикала ярҙамға мохтаж үҫмерҙәрҙе эшкә урынлаштырыу закон менән көйләнде

Парламент ҡабул иткән документҡа ярашлы, эш урынына гарантия  бирелә. Бында һүҙ аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә йәшәүселәр, шулай уҡ бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияларҙа иҫәптә тороусылар тураһында бара. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, өлкәндәр ярҙамына мохтаж үҫмерҙәр ауыр хәлдә ҡалған осраҡта енәйәт юлына баҫыуы ихтимал. - Хеҙмәт кешене тәртипкә өйрәтә, яуаплылыҡ тәрбиәләй, финанс белем бирә. Закон ярҙамында енәйәтселекте кәметеү, ауыр хәлдә ҡалғандарҙы социаль яҡлау мөмкинлеге була, тине ул.

Фото №1 - Республикала ярҙамға мохтаж үҫмерҙәрҙе эшкә урынлаштырыу закон менән көйләнде
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ