7 һәм 9 мартта медицина учреждениелары иртәнге 8-ҙән 17 сәғәткә тиклем асыҡ була. Табиптарҙы өйгә саҡыртыу буйынса мөрәжәғәттәр көндөҙгө сәғәт 4-кә тиклем ҡабул ителә. 8 март ял көнө иҫәпләнә. Иҫкәртеү медицина тикшереүе, диспансеризация 7 һәм 9 мартта үткәрелә. Ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары һәм стоматология поликлиникалары ла ошо уҡ тәртиптә хеҙмәтләндерә. Тулыраҡ мәғлүмәт менән һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында танышырға була.




