Мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында, дауаханаларҙа туҡланыу системаһын ойоштороусоларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сәләмләне. Төбәктә социаль туҡланыу предприятиелары ассоциацияһы тырышлығы менән мәктәп ашханалары тәртипкә килтерелә, балаларға тәҡдим ителгән ризыҡтар сифаты яҡшыра. Ассоциация ҡарамағында Берҙәм меню системаһы буйынса 533 мең бала туҡлана. Социаль туҡланыу өлкәһендә республика Рәсәйҙә иң яҡшылары исемлегендә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.
Тәмле, файҙалы һәм сифатлы. Мәктәп ашханаларында балаларға тәҡдим ителгән ризыҡтар тап ошо күрһәткестәр буйынса бешерелә. Өфөлә Туҡланыу төбәк операторҙары форумында мәктәп менюһына ингән өлгөләр күргәҙмәһе ойошторолдо. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ашнаҡсылар хеҙмәтен юғары баһаланы..
Мәктәп ашханаларында тәҡдим ителгән ризыҡтарға балаларҙың дәғүәләре һуңғы осорҙа күпкә кәмегән. Республикала социаль учреждениеларҙы сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү өсөн күп яҡлы эш алып барыла. Төбәктең Социаль туҡланыу предприятиелары ассоциацияһы 20 операторҙы берләштерә. Улар ярты миллиондан ашыу баланы туҡландырыу өсөн яуаплы.
Башҡортостан төбәк оператоҙарын берләштереп туҡланыу системаһын модернизациялау эше 2019 йылдан башланды. Ошо дәүерҙә республикала социаль туҡланыу тәжрибәһе урта кимәлдән илдә яҡшылар рәтенә етте. Мәктәптәрҙә,балалар баҡсаларында, социаль учреждениеларҙа туҡланыу системаһын ойоштороу, ризыҡтарҙың сифатын тикшереү эшенә бөтә яуаплы ведомстволар йәлеп ителә.
2023 йылдан республикала социаль туҡланыу йүнәлешендә берҙәм талаптар индерелде. Уға ярашлы мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында, дауаханаларҙа ризыҡтар бер төрлө меню буйынса әҙерләнә. Ашнаҡсылар өсөн махсус кейем, берҙәм стилдә һауыт-һабалар индерелә. Аҙыҡ-түлек тәмле, сифатлы, файҙалы, туҡлыҡлы булһын өсөн даими тикшереүҙәр ойошторола. Мәктәп ашханаларында бешерелгән ризыҡтарҙа Башҡортостанда етештерелгән продукцияға өҫтөнлөк бирелә. Әйткәндәй, мәктәп ашханалары араһында уҙғарылған Рәсәй конкурстарында республика даими беренселектә һынатмай. Былтыр конкурс һөҙөмтәләре буйынса илдә иң яҡшы мәктәп ашханаһы бәйгеһендә Стәрлетамаҡтың 29-сы мәктәбе еңеү яулай.
Ф.Миһранова




