Баш ҡаланың Сәғит Агиш урамындағы ҡар иретеү станцияһы тәүлегенә 2500 кубометр йәки 125 йөк машинаһы ҡар иреткән. Улар Өфөнөң Киров, Октябрь райондарынан, трассаларҙан һәм урам-ихаталарҙан килтерелгән. Дөйөм алғанда быйыл иретелгән ҡар күләме 120 мең кубометр тәшкил итә. Станция хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә йыл башынан яуған ҡар күләме былтырғанан айырылмай тиерлек.



