Өфөлә Баҫма һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы коллегияһы үтте

Махсус хәрби операция, демография, балалар һәм йәштәр. Был 2026 йылға Башҡортостан киң мәғлүмәт саралары алдында ҡуйылған төп бурстарҙың береһе. Бөгөн Өфөлә республика Баҫма һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы үтте.

Уҙған йыл беҙҙең тармаҡ өсөн ваҡиғаларға бай булды. Төбәк баҫма һәм киң мәғлүмәт сараларында федераль, халыҡ-ара кимәлдәге ваҡиғаларҙы, кибер мутлашыуға ҡаршы тороу, ялған яңылыҡтар менән көрәшеү темаларын яҡтыртыуға айырыуса иғтибар бүленде. Сарала билдәләнеүенсә, мәғлүмәт һуғышы шарттарында республиканың медиа киңлегендә хеҙмәт итеүселәрҙән тырышлыҡ, тиҙлек, яңы майҙансыҡтарҙа һәм форматтарҙа эшләй белеү талап ителә.

Коллегия ултырышында тармаҡ хеҙмәткәрҙренә юғары наградалар тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында хеҙмәттәшебеҙ, «Ваҡыт ҡуласаһы» тапшырыуы мөхәррире Альбина Фәйзуллина ла бар. Альбина Әмир ҡыҙы «Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре» тигән исемгә лайыҡ булды.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ