Башҡорт ғаиләһе ил күрке. Башҡортостандың Милли музейында фоторәссам Гөлназ Ғәлимуллинаның «Әсә» тип исемләнгән фотокүргәҙмәһе асылды. Башҡорт ғаиләһенә арналған проект донъяның төрлө күргәҙмә залдарына сығарылған экспозиция булараҡ билдәле. Шулай уҡ Халыҡ-ара конкурстарҙа ла иң яҡшыһы тип таныла. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Тап Шәүрә Ғәппәсованың 6 айлыҡ ҡыҙы Йәмилә менән төшкән фотоһы донъяның ниндәй генә күргәҙмә залдарына сығарылмаған. Фоторәссамдың ул халыҡ һөйөүен яулаған эштәренең береһе. Экспозиция сюрреализм жанрында төшөрөлгән һәм тамашасыларҙа әсәнең һәр кеше тормошондағы роле тураһында тәрән уйланыуҙарға этәрә.
Гөлназ Ғәлимуллинаның ижади эштәрендә башҡорт мөхите өҫтөнлөк итә. Уларҙа республиканың төрлө өлкәлә биләгән билдәле шәхестәрен күрергә мөмкин. Был фотола атҡаҙанған бейеүсе Рәзилә Билалова булһа, ә аҫалы балаҫ аҫтында төшкәне башҡорт театрының ижади ғаиләһе Гөлнара менән Илсур Ҡаҙаҡбаевтар. Экспозиция, ғөмүмән, Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстарҙа бер нисә тапҡыр еңеү яулаған проекттарҙан ҡырҡҡа яҡын эште тамашасы иғтибарына тәҡдим итә.
Гөлназ Ғәлимуллина талантлы фоторәссам ғына түгел, документаль фильмдар авторы һәм режиссеры, абруйлы халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурс-фестивалдәре лауреаты ла. Өфөлә тыуып-үҫкән автор әлеге ваҡытта 10 йылдан ашыу Мәскәүҙә ижад итә. Үҙенең эштәрендә ул даими рәүештә Ватан, тарих һәм мәҙәниәт темаһына мөрәжәғәт итә, шулай уҡ Башҡортостандан сыҡҡан күренекле шәхестәр тураһында фильмдар төшөрә. Ижади эштәрҙең ҡайһы берҙәре менән тап милли музейҙа танышырға мөмкин.
Азат Ғәлиуллин




