1 марттан водитель таныҡлығына уҡытыуҙа үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде

Дистанцион уҡытыу һәм яңы темалар. 1 марттан водитель таныҡлығына уҡытыуҙа үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде. Рәсәй Мәғариф министрлығы раҫлаған программаларға ярашлы, автомәктәптәр теорияны дистанцион форматта уҡыта аласаҡ. Практик өлөштә өҫтәмә сәғәттәр индереү күҙалланған. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.

Юл хатаны ғәфү итмәй. Шуға күрә автомомбиль руленә ултырыр алдынан,күнекмәләр тренажерҙа шымартыла. Юл шарттары ысынбарлыҡҡа тап килтерелгән. Ә тренажер үҙе Лада автомобиле частәренән йыйылған.

Әҙерәк ҡурҡыта. Шуға күрә юлға сығыр алдынан ошондай тренажерҙа шөғөлләнеү-бик яҡшы тип уйлайым. Ысын машина рулендә китеп барған һымаҡ. Педалдәр көсө лә автомобилдәге кеүек. Яңылышһаң, тренажер шунда уҡ хәбәр итә.

Лира Ибраева, автомәктәп уҡыусыһы

1 марттан водитель таныҡлығына уҡытыуҙа яңы ҡағиҙәләр ғәмәлгә инде. Быға тиклем дә ҡайһы бер автомәктәптәрҙә теоретик өлөштө уҡыуҙа дистанцион форматты һайлау мөмкинлеге булһа, әле ул Рәсәй Мәғариф министрлығы тарафынан рәсми раҫланды һәм уҡытыуҙа махсус программа ҡулланыуҙы күҙ уңында тота.

Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, теория өлөшөнөң йөкмәткеһе лә үҙгәрештәр кисерә. Хәҙер электросамокат һәм башҡа шәхси мобиль саралар, юл-транспорт ваҡиғаһында тәүге ярҙам күрһәтеү темаларына төҙәтмәләр индерелгән.

Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, имтихан тапшырыусыларҙың яҡынса 15 проценты практик өлөштө беренсе тапҡырҙан уңышлы үтә. Бындай күрһәткес курсанттарҙы әҙерләүҙең кимәле түбән булыуҙы күрһәтә, ти ведомство хеҙмәткәрҙәре. Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, автомобиль йөрөтөүҙе үҙләштереү өсөн 56 сәғәт урынына, 58 сәғәт биреләсәк.

Уҡытыу курсында «хәүефле йөрөтөү» һорауҙары ла ҡараласаҡ. Үҙгәрештәр Рәсәй Президенты ҡуйған маҡсаттарға, йәғни 2036 йылға ҡарай юл-транспорт ваҡиғаһында һәләк булыусыларҙы ике тапҡырға кәметеүгә өлгәшергә мөмкинлек бирәсәк.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ