Комплекста эш сәфәре менән республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов булды. Хужалыҡ себеш сығарыуҙан алып сеймалды эшкәртеүгә тиклем производство линияһы асҡан. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.
20 мең баш «Корнишон» тоҡомло себештәр бер айҙа ҙурайып өлгөрә. Предприятиела йомортҡанан әҙер продукцияға тиклем технологик цикл уңышлы эшләй.
Цех сәғәтенә бер мең баш тауыҡ һуйыу ҡеүәтенә эйә. Әҙер продукцияны һаҡлау өсөн ике һыуытҡыс һәм 5 тонна ит һыйҙырышлы ике һыуытҡыс камераһы эшләй. Предприятие хәләл продукция ла сығара. Комплекс «Ғаилә фермалары» программаһы буйынса төҙөлгән, подрядсы ойошма Әбйәлилдән.
Ойошмала 20 кеше эшләй, уларға хеҙмәт һәм ял итеү өсөн бөтә шарттар ҡаралған, ашхана, ял бүлмәһе бар.
Предприятие хужалары Гөлнур менән Алмаз Исхаҡовтар тауыҡ итен республикала һатыуҙан тыш илдең башҡа төбәктәре баҙарын яулау йүнәлешен ҡарай. Тауыҡ итен етештереүҙе 2029 йылға тиклем йылына 40 мең тоннаға тиклем еткереү планы ҡуйылған. Шулай уҡ ҡош итенән колбаса етештереү күҙаллана.
Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һуйыу цехын төҙөгән подрядсыға был тәжрибәне артабан республиканың башҡа райондарында ла индерергә тәҡдим итте.
Рәмилә Исмәғилева



