Башҡортостанда «Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш»те ойоштороусыларҙы бүләкләнеләр

Башҡортостан башлығының тура бәйләнешенә килгән 6 мең 355 мөрәжәғәттең күпселек өлөшө, йәғни 67 проценты эшкәртелгән. Улар, башлыса, юл, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү мәсьәләләренә ҡағыла. Бөгөн республика менән идара итеү үҙәгендә «Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш»те әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһы үтте. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Элекке туҡталышты һүтеп алыуға ярты йылдан ашыу ваҡыт үткән, ә яңыһы әле һаман юҡ. Бындай мөрәжәғәт менән баш ҡалала йәшәүсе ҡатын Радий Хәбировтың тура бәйләнешенә видеоһорау яҙҙырып ебәрә. Бер айҙан һуң, Өфө медицина колледжы эргәһендә яңы, заманса туҡталыш павильоны ҡуйыла.

Был туҡталыштарҙың төп өҫтөнлөгө-ул быяланан яһалыуында. Бер ниндәй ҙә реклама һәм иғландар ҡамасауламай. Туҡталыштың эсендә торған килеш ниндәй автобус килеүен күрергә була.

Данил Салихов, Өфө ҡала хакимиәтенең транспорт һәм бәйләнеш идаралығы белгесе

Ирекмәндәрҙең үҙҙәренә лә ҡайһы саҡ ярҙам кәрәк. Баҡалы районында махсус хәрби операция яугирҙары өсөн маскировка селтәрҙәре үргән ирекмәндәр штабы вәкилдәре Радий Хәбировҡа туҡымалар һатып алыуҙы яйға һалыу мәсьәләһе менән мөрәжәғәт иткәйне. Һорау шунда уҡ хәл ителә. Бынан тыш, бағыусылар ямғырҙан һаҡлаусы плащ һәм дронға ҡаршы юрған тегеү өсөн кәрәк-яраҡтар һатып ала. Әле ирекмәндәр штабынан кеше өҙөлмәй, тиерлек.

Үҙебеҙ эшләгән маскировка селтәрҙәрен һәм дронға ҡаршы юрғандарҙы яугирҙарға ебәреп торабыҙ. Улар һалдаттарыбыҙҙың ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итер тип өмөтләнәбеҙ.

Нина Дырнаева, Баҡалы районындағы М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы етәксеһе

Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнеш былтыр 11 ноябрҙә үткәйне. Эфир 4 сәғәттән ашыу барҙы, әммә уның барышында килгән мөрәжәғәттәр менән эш әле булһа дауам итә. Халыҡты юл, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү мсьәләләре борсой. Һорауҙарҙың иң күбе Өфө ҡалаһы һәм районы, шулай уҡ Стәрлетамаҡтан килгән.

Республика менән идара итеү үҙәгендә Башҡортостан башлығының тура бәйләнешен әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә ярҙам иткән хеҙмәткәрҙәр бүләкләнде. Улар күп осраҡта кадр артында ҡала. Әммә тап режиссер, оператор, ҡораусылар, техник белгестәр һәм башҡа тиҫтәләгән кешеһеҙ тура бәйләнеште ойоштороу, уны барлыҡ киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыу мөмкин булмаҫ ине. Үҙ эшенең оҫталары Башҡортостан башлығы Хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Әлфинә Килдейәрова

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ