Быйыл 1 апрелдән Рәсәйҙә бойҙай ононан аҡ икмәккә яңы ГОСТ индерелә

Аҡ икмәккә яңы дәүләт стандарты. Быйыл 1 апрелдән Рәсәйҙә бойҙай ононан аҡ икмәккә яңы ГОСТ индерелә. Ул 1986 йылғы стандартты алмаштырасаҡ. Төп үҙгәрештәрҙең береһе-етештереүселәр заказсы менән килешеп, 500 граммдан кәмерәк (мәҫәлән, 350-450 грамм) ауырлыҡтағы икмәк сығара ала. Шулай уҡ оҙонса түңәрәк формаһында икмәк етештерергә рөхсәт ителә. Был үҙгәрештәр икмәк тәменә һәм сифатына нисек тәьҫир итә? Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Был сауҙа үҙәгендә икмәк һәм икмәк-ҡалас ризыҡтарын бешереү цехы бынан 15 йыл элек асылған. Хеҙмәткәрҙәр халыҡ ихтыяжын иҫәпкә алып, икмәк ҡамыры ингридиенттарын рецепттағы миҡдарҙан тайпылмайынса ювелир теүәллеге менән үлсәп һала. Кәштәләргә килеп еткәнсе ҡамыр башта ҡабартыла, һуңынан ғына электрон үлсәүҙәрҙә үлсәгәндән һуң, ҡалыптарға һалына.

Рәсәйҙә индерелгән дәүләт стандарты икмәк бешереүселәргә яңы талаптар ҡуя. Эксперттар һәм аналитиктар был талаптар производствоны етди үҙгәртеп ҡороуға килтермәйәсәк, тигән фекерҙә. Дәүләт стандартына ярашлы мотлаҡ ҡушымталарҙа хәҙер теүәл рецепттар һәм ҡамыр әҙерләү ысулдары беркетеләсәк.

Эшҡыуарҙар яңы талаптар хаҡында хәбәрҙар. Улар яңы стандарттарға яуап биргән икмәк бешерергә әҙер. Сөнки технолог өсөн яңы ГОСТ бюрократик ҡағыҙ ғына түгел, ә эш ҡоралы.

Ассортимент төрлөлөгө һатып алыусы өсөн төп яңылыҡ булып тора. Хәҙер етештереүсе ҡанунға ярашлы ярты килограмдан кәмерәк икмәк сығара ала, шулай уҡ ғәҙәти кирбес формаһындағыларҙан тыш, оҙонса түңәрәк буханкаларҙы ла формалаштыра ала. Шул уҡ ваҡытта төп рецептура үҙгәртелмәй: он, һыу, тоҙ, шәкәр һәм әсетке. Яңы гост рөхсәт ителгән һәм хәүефһеҙ өҫтәмәләрҙе ҡулланыуҙы аныҡ регламентлай, уларҙы тик айырым осраҡтарҙа ғына ҡулланырға мөмкин. Мәҫәлән, икмәк бешереү үҙенсәлектәре түбәнәйтелгән он менән эш иткәндә.

Хәҙерге ысынбарлыҡта уларҙы ҡулланыуҙа бер ниндәй хилафлыҡ юҡ. Клейковинаһы түбән булған онда фермент препараттары ҡулланыу ҡулай, антиокислителдәр майҙың боҙолоуына юл ҡуймаясаҡ. Был икмәктең ҡулланыу мөҙҙәтен оҙайтыу мөмкинлеге бирә.

Наталья Вәлиева, А. Моратшин исемендәге дәүләт төбәк стандартлаштырыу, метрология һәм һынау үҙәге инженеры

Мейестән сыҡҡандан һуң икмәктең һаҡланыу мәҙҙәте элекке кеүек 10 сәғәттән артмай. Ә бына магазиндарҙа һатыу буйынса элекке 24 сәғәт документтан алып ташлана. Икмәк бешереүсе үҙе рецептура һәм икмәктең ҡасан төрөлөүенә ҡарап, ҡулланыу мөҙҙәтен билдәләй. Был эш иҫәпләүҙәргә һәм тамғалауға айырым иғтибар талап итә.

Заман технологияларына һәм баҙар талаптарына яраҡлашҡан предприятиелар яңы дәүләт стандарттарына еңел яраҡлаша ала, Улар өсөн төп шарт- сифатты контролдә тотоу, ассортимент төрлөлөгөн төптән уйлап хәл итеү Иң мөһиме. яңы дәүләт стандарты буйынса икмәк хаҡтары ҡулланыусыларҙың кеҫәһенә һуҡмаһын.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ