Башҡорт театрында йәнә туй. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры был юлы репертуарын татар драматургы Абдулхай Вахитовтың әҫәре менән байытты. «Кейәүҙәр» тип исемләнгән музыкаль комедия театрҙың фойеһында башланып, артабан сәхнәлә дауам итте. Туй мәжлесенән ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.
«Кейәүҙәр» спектакленең премьераһына килеүсе тамашасыларға үҙҙәрен артистар ролендә лә һынап ҡарарға тура килде. Тамаша театр фойеһында уҡ башланды. Билдәле аолып барыусы Ләйсән Мәзитова халыҡты аяҡтары талғансы бейетте, илатҡансы көлдөрҙө лә. Әлбиттә, уйындарҙа әүҙемлек күрһәтеүселәр бүләкһеҙ ҡалманы.
Йәнле аралашыу тамаша залында ла дауам итте һәм унда туй тантанаһына үрелеп барҙы. Тамашасылар үҙҙәре лә һиҙмәҫтән мәжлестең бер өлөшө булып, сәхнәгә күтәрелеп спектаклдә ҡатнашты.
«Кейәүҙәр» музыкаль комедияһының ҡуйыусы режиссеры Фирғәт Ғарипов. Ай ярым эсендә әҙерләнеп өлгөргән премьера шулай уҡ тере тауыш, уңышлы музыка биҙәлеше менән дә әсир итә.
Башҡорт театрындағы премьера залдағы һәр кемгә үҙен көтөлгән ҡунаҡ итеп тойған күңел байрамы бүләк итте. Киләһе тамаша 18 мартҡа билдәләнгән.
Азат Ғәлиуллин




