"Памир": "МХОла дрондар ҙур роль уйнай"

"Памир" ҡушаматлы яугир пилотһыҙ осоу аппараттары операторы булып хеҙмәт итеү үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Ул "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә. "Памир" Әлшәй районы Дим ауылынан. 2023 йылда хәрби контракт төҙөгән. - Махсус операция биләмәһендә дрондар хәрби бурыстарҙа үтәргә ярҙам итә. Һәйбәт күргән, яҡшы хәтере булған ир-егеттәр кәрәк. Инглиз телен белеү, карталарҙы уҡыу, микросхемаларҙы йәбештерә алыу, компьютерҙы ышаныслы ҡулланыу хуплана. Ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса етмәгән белемде тиҙ арала туплау мөмкинлеге бар. Махсус хәрби операция - ҙур тормош мәктәбе, - тине яугир.

Фото №1 - "Памир": "МХОла  дрондар ҙур роль уйнай"
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ