Рәсәй Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы "Башҡортостан" милли паркы, Силәбе өлкәһендәге "Йөрәккүл" һәм "Тағанай" милли парктары биләмәләре өсөн документтарҙы раҫланы. Туристар өсөн "Ҙур Урал һуҡмағы"ның оҙонлоғо - 2 мең 300 километр. Ул Пермь крайы, Башҡортостан, Свердловск, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләре аша, Урал тауҙары буйлап үтә. Әле ҡурсаулыҡ биләмәләренән үткән маршурттарға паспорт биреү буйынса ҙур эш алып барыла.




