Өфө халыҡ-ара агрокомплекс күргәҙмәһен ҡабул итергә йыйына

Экспозицияла ил төбәктәрендә етештерелгән продукция тәҡдим ителә. Форумдың эшлекле өлөшөндә ауыл хужалығы сәнәғәте компексына инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләһенә арналған пленар ултырыш була.  Шулай уҡ түңәрәк өҫтәл артында аралашыу ҡаралған. Фекер алышыу малсылыҡ, ит һәм һөт етештереү, ҡошсолоҡто үҫтереү, ветеринария тармағын камиллаштырыу темаһына арнала. Белоруссия, Һиндостан, Үзбәкстан, Ҡытай һәм Ҡырғыҙстан делегацияларының килеүе көтөлә. Форум 17 марттан 20-енә тиклем ВДНХ-ЭКСПО күргәҙмәләр үҙәгендә уҙа.

Фото №1 - Өфө халыҡ-ара агрокомплекс күргәҙмәһен ҡабул итергә йыйына
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ