Радий Хәбиров Дмитрий Овчаров менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Үҙәк хәрби округы ғәскәрҙәре етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Дмитрий Овчаров менән осрашты. Көн тәртибендә яҡтар махсус хәрби операция маҡсаттары менән бәйле һорауҙарға туҡталды. Генерал-лейтенант Дмитрий Овчаров Радий Хәбировҡа республиканан ойошторолған гуманитар ярҙам, яугирҙарҙың көндәлегенә өҙлөкһөҙ иғтибары, сәнәғәт объекттарында үтәлгән террорға ҡаршы етди эш өсөн рәхмәт белдерҙе.. Алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан ветерандар өсөн реабилиатация ярҙамы ла баһалап бөткөһөҙ тип билдәләне Дмитрий Овчаров. 

Волна
Акции БСТ