Өфөлә Йылайыр районынан сыҡҡан яҡташтар осрашыуы үтте

Йылайырым-йондоҙом. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Йылайыр районынан сыҡҡан яҡташтар осрашыуы үтте. Йүнселдәр сувенирҙар һәм ауыл хужалығы продукцияһын тәҡдим итте.

Йылайырҙар махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ярҙам туплауҙа ла әүҙем ҡатнаша. Экспозицияға шулай уҡ район халҡы көсө менән әҙерләнгән маскировка селтәрҙәре, дронға ҡаршы юрғандар ҙа ҡуйылды. Саранан тупланған аҡсалар ҙа махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яугирҙарға ярҙамға йүнәлтеләсәк. Сара сиктәрендә Йылайыр районының үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәгенә арналған стратегик сессия ла уҙғарылды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ